“Ғафури шиғырҙарын уҡыйбыҙ” флешмобының йомғаҡлау сараһы уҙҙы

11 июль, Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына 140 йыл тулыу айҡанлы, “Ғафури шиғырҙарын уҡыйбыҙ” тип аталған флешмобтың йомғаҡлау сараһы уҙҙы. Үҙизоляция шарттарында иғлан ителеп, ике ай дауамында барған был флешмоб интернет киңлектәрендә киң популярлыҡ яулап өлгөрҙө.👏🏻
7 йәштән алып 85 йәшкә тиклемге ҡатнашыусыларҙың күбеһе Башҡортостанда йәшәүселәр. Шулай уҡ Ҡытайҙан, Ҡырымдан да видеояҙмалар ебәрҙеләр, Санкт-Петербург, Мәскәү, Ҡазан ҡалаларында йәшәүсе яҡташтарыбыҙ ҙа был саранан ситтә ҡалманы.
🌟Флешмобты йомғаҡлау тантанаһында гран-при яулаусы Ғафури районындағы Н.А.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының 4 — се класс уҡыусыһы Алһыу Ғәлимова планшет менән бүләкләнде, ә инде башҡа ҡатнашыусыларға һәм уларҙың етәкселәренә сертификаттар, рәхмәт хаттары, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
✨Талантлы ҡурайсы, халыҡ-ара бәйгеләр лауреаты, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының ассистент-стажеры Айҙар Байтимеров башҡорт халыҡ йырҙарын ҡурайҙа башҡарыуы сарабыҙға йәм өҫтөнә йәм өҫтәне.

Фотогалерея

Добавить комментарий