8 февралдә музейға килеүселәр өсөн билдәле башҡорт яҙыусыһы Төхвәт Йәнәбиҙең (Төхвәтулла Кәлимулла улы Кәлимуллин) тыуыуына 125 йыл тулыуға арналған “Яҙыусы. Журналист. Дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре” тигән темаға информацион лекция үткәрелде.
Төхвәт Йәнәби (Төхфәтулла Кәлимулла улы Кәлимуллин) 1894 йылдың 14 февралендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе (хәҙер Башҡортостандың Миәкә районы) Йәнәби-Урсай ауылында тыуған.
Ул үҙенең ижад эшен партия, совет һәм матбуғат органдарында яуаплы эштәр башҡарыу менән бергә алып бара. Әҙиптең тәүге “Эш сыуағы” (1926) тип аталған шиғырҙар йыйынтығында социалистик үҙгәртеп ҡороуҙар барышында совет кешеһе характерының формалашыуы һүрәтләнә. Артабан бер-бер артлы “Бормалы юлдар” (1930), “Сиртелгән ҡылдар” (1930),“Тәүге танышыу” (1932), “Еңеүселәр иле” (1935) тигән йыйынтыҡтары донъя күрә. Башҡорт журналистикаһы проблемаларын өйрәнеүгә арналған “Башҡорт ваҡытлы матбуғаты” (1919 – 1929), “Партия һәм ауыл ярлылары” тигән хеҙмәттәр яҙа.
Төхвәт Йәнәби 1937 йылда, нахаҡҡа ғәйепләнеп, ҡулға алына һәм 1938 йылда Өфө төрмәләренең береһендә атып үлтерелә. 1956 йылда уның исеме тулыһынса аҡлана.
Әлеге ваҡытта Төхвәт Йәнәбиҙең тыуған ауылында уның тормош юлына һәм ижадына арналған музей эшләй, мәктәп алдында бюсы ҡуйылған. Өфө ҡалаһындағы Инорс биҫтәһенең матур урамдарының береһенә уның исеме бирелгән.
Билдәле булыуынса,Төхвәт Йәнәби, Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың замандашы һәм фекерҙәше булараҡ, улар икеһе лә башҡорт совет әҙәбиәтенең формалашыуына һәм артабанғы үҫешенә баһалап бөткөһөҙ ҙур өлөш индерә. Был хаҡта Мәжит Ғафуриҙың Мемориаль йорт-музейы залдарының береһенә ҡуйылған Федор Ивановтың “М.Ғафури һәм уның замандаштары” ( 2010) исемле картина ла асыҡ һөйләй. Унда Төхвәт Йәнәби замандаш-ҡәләмдәштәре Мәжит Ғафури, Дауыт Юлтый, Имай Насыри, Закир Шакиров, Булат Ишемғол, Мөхәмәтша Буранғолов, Һәҙиә Дәүләтшина, Афзал Таһиров, Ғөбәй Дәүләтшин, Ғариф Ғүмәр, Ғабдулла Амантай, Сәғит Агиш менән бергә һүрәтләнгән. Уларҙың һәр ҡайһыһы туған халҡы һәм туған теле өсөн янып йәшәгән шәхестәр булараҡ билдәле.
Т. Йәнәбиҙең иң оҙаҡ башҡарған вазифаһы “Башҡортостан” гәзите менән бәйләнгән (1924-1937). Тап ошонда ул башҡорт телендә гәзит сығарыу эшен оҫта ойоштороусы булып таныла, шул йылдарҙа әҙәби ижады ла сәскә ата. Замандаштары хәтерләүенсә, бер ваҡыт ул “Башҡортостан” гәзитендә Ҡырғыҙбай исемле шағирҙың сусҡа тураһындағы бер шиғырын баҫтырып сығара. Мәжит Ғафури, ул шиғырҙың урынһыҙлығын әйтеп, иҫкәрмә яһай. Ә Төхвәт Йәнәби уға “Мәжит Ғафуриға” шиғыры менән яуап бирә:
Тауҙай бурыс өҫтә,
Эш муйындан,
Һәр тын алыш беҙҙең яуаплы.
Һәр бер эшсән
Ҡырҡыу ҡуя ала
Беҙҙең алға өлкән талапты.
Мәжит ағай,
Рәхмәт кәңәшеңә,
Талаптарың матур, урынлы,
Һин әйткәнсә, “Тупаҫ нәсихәтте”
Нәфисләргә беҙ бит бурыслы.
“Гиганттарса үҫә совет иле,
Шаулап алға бара бөтә эш,
Шиғырҙар ҙа шуларға мыуафиҡ,
Көслө булып үҫергә тейеш”
Был һүҙҙәрең дөрөҫ, Мәжит ағай,
Талаптарың матур,
Урынлы.
Мин уларҙы бойомлаштырырға
Бурыслы һанайым үҙемде.
Үтенесеңде лә ҡабул итә,
Ҡәләмдәшең, Төхвәт Йәнәби.
Газетаға баҫылған шиғырҙар
Булыр шыма, матур, әҙәби.
Әйткәндәй, шағир Яҡуп Ҡолмой яҙыуынса ла, уның ошо шиғырын һуңынан яҙыусылар: “Төхвәт Йәнәби — шиғырҙарың әҙәби, ” — тип, мәрәкәләп йөрөр булғандар икән.