Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы

Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев менән осрашыу үтте

Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев менән осрашыу үтте
30 апрелдә БР Милли әҙәбиәт музейы филиалы булған Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ҡәҙим Аралбаев менән осрашыу булды. Шағир БР Милли әҙәбиәт музейы фондына төрөк шағиры Ҡарасауғландың бюсын, китаптарын тапшырҙы. Сарала Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, прозаик, драматург, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Таңсулпан Ғарипова, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, журналист Тәлғәт Сагитов, ...
Подробнее

Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында “Яҙыусы. Журналист. Дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре” тигән темаға информацион лекция үткәрелде

Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында “Яҙыусы. Журналист. Дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре” тигән темаға информацион лекция үткәрелде
8 февралдә музейға килеүселәр өсөн билдәле башҡорт яҙыусыһы Төхвәт Йәнәбиҙең (Төхвәтулла Кәлимулла улы Кәлимуллин) тыуыуына 125 йыл тулыуға арналған “Яҙыусы. Журналист. Дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре” тигән темаға информацион лекция үткәрелде. Төхвәт Йәнәби (Төхфәтулла Кәлимулла улы Кәлимуллин) 1894 йылдың 14 февралендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе (хәҙер Башҡортостандың Миәкә районы) Йәнәби-Урсай ауылында тыуған. Ул үҙенең ижад эшен партия, совет һәм матбуғат органдарында яуаплы эштәр башҡарыу менән бергә алып бара. Әҙиптең тәүге “Эш сыуағы” (1926) тип аталған шиғырҙар йыйынтығында социалистик ...
Подробнее

Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында З.Биишеваның “Дуҫ булайыҡ” китабының исем туйы үтте

Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында З.Биишеваның “Дуҫ булайыҡ” китабының исем туйы үтте
18 декабрҙә БР Милли әҙәбиәт музейының филиалы булған Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында Башҡортостандың З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның күптән түгел генә донъя күргән “Дуҫ булайыҡ” китабының исем туйы үтте. Сарала ҡатнашҡан билдәле шәхестәр - Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай, Халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова, әҙибәнең улы - химия фәндәре докторы, профессор Тельман Әминев, “Китап” нәшриәте директоры Илһам Йәндәүләтов, БР милли әҙәбиәт музейы директоры Гөлдәр Моратова, билдәле прозаик, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты ...
Подробнее